Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда класс етәкселәренә өҫтәмә түләү уртаса 7,73 мең һум була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй президенты Владимир Путиндың 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында яңғыраған бойороғона ярашлы, Башҡортостанда 2020 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү арттырыла. Федераль бюджеттан 5 мең һумдан кәм булмаған өҫтәмә ҡаралған, бер үк ваҡытта республика түләүҙәре һаҡлана.

«Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итеүенсә, 2019 йылда Башҡортостанда 24 020 класс етәксеһе эшләгән. Уларға түләү күләме бер уҡыусыға 80 һумдан иҫәпләнә (айына). Әле түләүҙең уртаса күләме 1983 һум тәшкил итә, республика бюджеты ошо маҡсатҡа йылына 496,8 миллион һум тотона.

Федераль өҫтәмә, Урал коэффициенты менән бергә, 5750 һум күләмендә иҫәпләнә. Төбәктә класс етәкселәренә түләү уртаса 7733 һум була.

2020 йылдың 1 сентябренән федераль ҡаҙнанан — 733,4 миллион, 2021 йылда 2,2 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса күсеүе көтөлә.

2021 йылда класс етәкселәренең 470 уҡытыусыға күберәк булыуы фаразлана.

http://www.bashinform.ru/news/1402513-v-bashkirii-srednyaya-doplata-klassnym-rukovoditelyam-sostavit-7-73-tys-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть