Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Пенсия фондында 2020 йылда ҡартлыҡ буйынса пенсияны нисек иҫәпләүҙәрен аңлаттылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығында 2020 йылда ҡартлыҡ буйынса пенсияны нисек иҫәпләүҙәрен аңлаттылар.

«Быйыл ҡартлыҡ буйынса пенсия алырға хоҡуҡ биргән йәште арттырыу буйынса күсеү осоро ғәмәлдә булыуын дауам итә. Яңы параметрҙарға күсеү яйлап тормошҡа ашырыла. 2020 йылдан пенсия йәше тағы бер йылға артыуға, ә дөйөм артыу ике йыл тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, пенсиялар, уҙған йылдағы кеүек үк, элекке пенсия йәшенән алты айға һуңыраҡ тәғәйенләнә: ҡатын-ҡыҙҙарға — 55,5, ир-егеттәргә 60,5 йәштә», тип асыҡлыҡ индерҙеләр матбуғат хеҙмәтендә.

Был махсус льгота менән бәйле, ул элекке ҡануниәт шарттары буйынса 2019 йылда пенсияға сығырға тейеш булғандарҙың барыһына ла ҡағыла. Улар – 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1959 йылғы ир-егеттәр.

Льгота иҫәбенә улар, тыуған көндәре ниндәй ярты йыллыҡҡа тура килеүенә ҡарамаҫтан, 2019 йылдың икенсе яртыһында хаҡлы ялға сыҡты һәм 2020 йылдың тәүге яртыһында сығыуын дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1402041-v-pensionnom-fonde-razyasnili-kak-rasschityvaetsya-pensiya-po-starosti-v-2020-godu/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть