Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә класс етәкселәре 5 мең һум өҫтәмә ала башлай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

1 сентябрҙән класс етәкселәренә махсус өҫтәмә — 5 мең һум индерелә. Аҡса федераль бюджеттан бүленә. Уҡытыусыларға ғәмәлдәге түләүҙәр һаҡлана. Класс етәксеһе – тәрбиәсе. Был – федераль функция, тип иҫкә төшөрҙө Рәсәй президенты, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап.

«Уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы һәм түләүҙәр кәмергә тейеш түгел, сөнки ил өсөн бик мөһим белгестәр хаҡында һүҙ бара», — тине Путин.

Ул шулай уҡ хөкүмәттән төбәктәр менән берлектә илдә нисә өҫтәмә мәктәп кәрәклеген билдәләүҙәрен һораны һәм мәктәптәр һалыуҙан тыш, белем биреү һәм башҡа инфраструктураны ошо маҡсаттар өсөн һөҙөмтәле файҙаланыу зарурлығын әйтте.

http://www.bashinform.ru/news/1401637-klassnye-rukovoditeli-v-shkolakh-s-1-sentyabrya-nachnut-poluchat-doplatu-v-5-tysyach-rubley/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть