Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итәләр

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Владимир Путин 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдим индерҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, бала мәктәпкә йөрөй башлаһа, ата-әсәләрҙең, айырыуса әсәләрҙең эшкә сығыу, өҫтәмә килем алыу мөмкинлектәре күбәйә, әммә ғаиләнең баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн сығымы ла арта. Илдә тейешле инфраструктура булдырырға, ашханаларҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк, тине Владимир Путин. Мөмкинлек булған мәктәптәрҙә 2020 йылдың 1 сентябренән үк бушлай ҡайнар аш бирелергә тейеш.

«Башҡа коллегаларҙан был эште тиҙләтеүҙәрен һорайым. 2023 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса Федерацияның барлыҡ субъекттарында башланғыс класс уҡыусылары бушлай сифатлы ҡайнар аш менән тәьмин ителергә тейеш», — тип өҫтәне Рәсәй президенты.
http://www.bashinform.ru/news/1401626-v-rossii-uchenikov-nachalnykh-klassov-obespechat-besplatnym-goryachim-pitaniem/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть