Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығына Тынлы оркестрҙар марш-парады һм хор флешмобы уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек бара. Тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Һуғыш инвалидтары һәм ҡатнашыусыларының йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы, хәтер-мемориаль һәм мәҙәни саралар үткәреү күҙ уңында тотола.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, ғәҙәттәгесә, киләһе миҙгелдә бөтә театрҙарҙың репертуарында һуғыш тураһында спектаклдәр күрһәтеү ҡаралған. Милли музей «Еңеү-75» республика музей-ара проектын ғәмләгә ашырырға – республика музейҙары экспонаттарынан күргәҙмә ойошторорға ниәтләй.

2020 йылда республика кинотеатрҙарында һәм кинозалдарында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән фильмдар күрһәтелә.

Төп саралар 8-9 майҙа уҙғарыла. «Өфө» тимер юлы вокзалы биләмәһендә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу тантанаһы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иһә сәнғәт оҫталарының байрам концерты була.

9 майҙа «Үлемһеҙ полк» халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәте барышында Тынлы оркестрҙар марш-парады ойошторола. Быйыл Өфөлә колонна башында һәләк булған Ватан Геройҙарының туғандары атлай.

«Торатау» конгресс-холы амфитеатрында кис көнө асыҡ һауала «Беҙ Еңеү тураһында йырлайбыҙ!» байрам концерты, хор флешмобы, лазер шоу-программаһы һәм байрам салюты була.

http://www.bashinform.ru/news/1401442-v-bashkirii-k-75-y-godovshchine-pobedy-proydet-marsh-parad-dukhovykh-orkestrov-i-khorovoy-fleshmob/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть