Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 98 мең ғаиләнең әсәлек сертификатында аҡсаһы бар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөнгә Башҡортостанда 98 меңдән ашыу ғаиләнең әсәлек сертификатында тулы күләмдә йә иһә өлөшләтә аҡсаһы бар, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы эшләй башлағандан алып республикала бөтәһе 318 меңдән ашыу сертификат тапшырылған. 220 мең сертификат хужаһы әсәлек капиталы аҡсаһын тулыһынса тотонған.

«Ғаиләләрҙең күпселеге йәки 261 меңгә яҡыны аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 14 мең ғаилә – балаларҙы уҡытыуға, 157 сертификат хужаһы тупланма пенсияға йүнәлткән, 1,8 меңдән ашыу ғаиләгә ай һайын аҡса бирелә, биш ғаилә инвалид балалар өсөн тауарҙар һатып алған», — тип белдерҙеләр Пенсия фондында.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1 ғинуарҙан әсәлек капиталы күләме 466 617 һумға тиклем арттырылды. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, сумма 13 591 һумға күберәк.

Быйыл 1 ғинуарҙан шулай уҡ айлыҡ түләү алыусылар даирәһе киңәйтелде һәм уны алыу ваҡыты арттырылды.

Әле ғаиләнең һәр ағзаһына килеме 20 868 һумдан түбәнерәк булған ғаиләләр 9789 һумлыҡ айлыҡ түләү һорап мөрәжәғәт итә ала.

Хәҙер сертификат хужаһы икенсе балаһы тыуғандан алып өс йыл дауамында теләһә ниндәй ваҡытта айлыҡ түләү һорап мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.

http://www.bashinform.ru/news/1401387-98-tysyach-semey-bashkirii-imeyut-sredstva-na-materinskom-sertifikate/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть