Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ғалимдары Бөтә донъя фольклориадаһына «Сал Урал хазиналары» китабын нәшер итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған Бөтә донъя фольклориадаһына материалдар әҙерләү башланды.

Билдәле башҡорт фольклорсыһы, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнүзә Нәҙершина һәм ғилми хеҙмәткәр Элла Созинова башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә «Сал Урал хазиналары» — «Сокровища Седого Урала» — «The Treasures of the Ancient Urals» тигән китап-альбом әҙерләне.

Баҫмаға тау, йылға-күлдәрҙең килеп сығышын аңлатҡан башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары, уларҙың матурлығын һәм бөйөклөгөн данлаған йырҙар, «Урал батыр», «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпостарынан өҙөктәр индерелгән. Тәҡдим ителгән фольклор өлгөләре кешенең тәбиғәт менән айырылғыһыҙ бәйләнешен, тыуған ерҙең изге булыуын күрһәтә.

Китап киң ҡатлам уҡыусыларҙа, Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тип иҫәпләй авторҙар.

Республикала Халыҡ-ара фольклор фестивале 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙғарыла. Бөтә донъя фольклориадаһында 100 илдән 3 меңдән ашыу делегат ҡатнаша. Улар үҙҙәренең традицион музыкаһы, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, милли кейеме һәм сәхнә сәнғәте менән таныштыра. 85 дәүләт ҡатнашасағын раҫланы ла инде. Фестиваль көндәрендә Башҡортостанға 2,5 миллион турист килер тип көтөлә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1401190-uchenye-bashkirii-izdali-knigu-k-vsemirnoy-folkloriade-sokrovishcha-sedogo-urala-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть