Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала ауыл тренерҙарына торлаҡ һатып алыу өсөн 600 мең һум бирелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Йыл һайын Башҡортостандың 100 ауыл тренерына торлаҡ һатып алыу, төҙөү йәки ер участкаһы алыу өсөн 600 мең һум тапшырыла.

Шишәмбе Башҡортостан хөкүмәте президиумы ултырышында республика биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙа, эшсе ҡасабаларҙа, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү тәртибе раҫланды.

«Ауыл тренеры» программаһы буйынса һәр йылғы финанслау күләме 60 миллион һум тәшкил итә, — тип хәбәр итте йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. — Был документты беҙ Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән әҙерләнек. Хәҙер ул беҙҙең проектты нигеҙ итеп алып, федераль кимәлдәге ошондай документ әҙерләй башлай. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә тап ауыл тренеры буйынса бындай тәжрибә юҡ. Беҙ беренсе киләбеҙ».

Руслан Хәбибов әйтеүенсә, тренер «район хакимиәте менән ошондай бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында килешеү төҙөгәндән һуң 5 йыл буйына» үҙенең бурыстарын башҡарырға бурыслы.

Башҡортостан Спорт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер ауылда эшләү өсөн 131 тренер кәрәк. Ауыл райондарында талап ителгән спорт төрҙәре иҫәбендә — йөҙөү, спорт көрәше һәм көрәш.

Әлеге ваҡытта спорт әҙерлеге республиканың ете районында уҙғарыла. Улар араһында — Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Ишембай, Өфө һәм Туймазы.

Тағы һигеҙ муниципалитет: Ағиҙел, шулай уҡ Бөрйән, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Тәтешле, Учалы һәм Яңауыл райондары киләсәктә спорт әҙерлеге буйынса структур бүлектәр асыуҙары мөмкин.

«Ауылда спортҡа булышлыҡ итеү – мөһим бурыс. Эштә беҙҙең төп йүнәлештәрҙең береһе тап ауыл биләмәләрен үҫтереү менән бәйле. Минеңсә, был дөрөҫ программа, уны дауам итергә һәм ауылдарға квалификациялы кадрҙар йәлеп итергә кәрәк», — тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.  
http://www.bashinform.ru/news/1401058-v-bashkirii-selskie-trenery-poluchat-po-600-tysyach-rubley-na-pokupku-zhilya/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть