Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ветерандары өсөн яңы дәүләт хеҙмәте — шәхси ҡараусы индерелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Быйыл уҡ Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары өсөн яңы дәүләт хеҙмәте — «шәхси ярҙамсы» йәки, асылда,шәхси ҡараусы индерелә. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова шул турала белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, әле республикала йәшәгән 69 Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы ошондай хеҙмәткә мохтаж.

«Эйе, беҙ республикала яңы дәүләт хеҙмәтен индерергә тәҡдим итәбеҙ. Хәҙер уны күрһәтеү тәртибе, стандарты һәм дәүләт хеҙмәттәре исемлегенә индереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Был хеҙмәттең ҡиммәт икәне аңлашыла. Аҙнаһына бер тапҡыр ике сәғәткә килеп, аҙыҡ-түлек һатып алыу – бер, ә көнө буйына уның янында булыу һәм тәрбиәләү – бөтөнләй икенсе, — тине Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына. — Беҙ шуға мохтаж булған һуғыш ветерандары һәм ҡатнашыусылары хаҡында ғына һүҙ алып барабыҙ. Бөгөнгә ундайҙар 69 кеше иҫәпләнә».

http://www.bashinform.ru/news/1400987-dlya-veteranov-bashkirii-vvedut-novuyu-gosuslugu-personalnuyu-sidelku/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть