Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала ауыл мәктәбендә тәүге әҙер стоматология бүлмәһе асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

«Юғарыға ос!» республика проекты сиктәрендә Үрге Тәтешле ауылының 1-се мәктәбендә 2019 йылдың декабрендә стоматология бүлмәһен капиталь ремонтлау тамамланды. Бөтә эштәрҙең хаҡы ҡорамалдар һатып алыу менән бергә 1 миллион һум тәшкил итте. Был — мин ҡараған тәүге әҙер стоматология бүлмәһе, тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров уҡыусыларҙы дауалау һәм иҫкәртеү нисек алып барыласағы менән ҡыҙыҡһынды. Тәтешле үҙәк район дауаханаһының баш табибы Нияз Зиятдинов һүҙҙәренсә, график төҙөлгән дә инде, бында райондың башҡа мәктәптәре уҡыусыларының да килеүе көтөлә, сөнки ошо стоматология бүлмәһе әлегә районда берәү генә.

Башҡортостандың стоматология бүлмәләрен тергеҙеү тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыларының береһе тип танылған, бөтәһе ошондай 61 бүлмә була, тине Радий Хәбиров.

«Иң мөһиме, балаларҙың теш ауырыуҙарын иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Хәҙер беҙ 700-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология бүлмәләрен асабыҙ, шунан һуң 500 уҡыусылыҡ мәктәптәрҙе йыһазландыра башлайбыҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Балалар стоматологы Элина Вәлиева Радий Хәбировҡа республика мәктәптәрендә «Сәләмәт йылмайыу» программаһын индереүҙәре һәм стоматология кабинеттары аса башлауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Балаларға бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бында бик яҡшы ҡорамал ҡуйылған һәм беҙ, әлбиттә, дауалауҙан тыш, иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ», — тине теш табибы.

Радий Хәбиров ошо уҡ мәктәптең ашханаһында ла булды. Белем усағы директоры Зилә Ғүмәрова әйтеүенсә, быйыл мәктәп туҡланыуына йәлеп итеү 100% тиерлек. Балалар яңы менюҙы һәйбәт ҡабул итте, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт. Тәтешле районының барлыҡ мәктәптәрендә баҡса участкалары һаҡлап ҡалынды, уҡыу йорттары йәшелсә, картуф менән үҙҙәрен үҙҙәре тәьмин итә. Ит һәм һөт ризыҡтары урындағы ышаныслы ауыл хужалығы етештереүселәренән һатып алына. Быларҙың барыһы ла мәктәптә туҡланыу хаҡын арзанайтырға мөмкинлек бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1401033-v-bashkirii-poyavilsya-pervyy-gotovyy-stomatologicheskiy-kabinet-v-selskoy-shkole-/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть