Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә гастролдәр менән сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

1-2 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә «Модерн» драма театрында гастролдәр менән сығыш яһай.

Баш ҡала тамашасыларына ике спектакль күрһәтелә.

1 февралдә киске сәғәт 6-ла — Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» романтик драмаһы. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.

2 февралдә киске 6-ла Йәштәр театры коллективы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Өс таған» повестары буйынса спекталь күрһәтә. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.

http://www.bashinform.ru/news/1400957-natsionalnyy-molodezhnyy-teatr-imeni-mustaya-karima-vystupit-s-gastrolyami-v-moskve/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть