Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

24 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың 2020 йылда республика райондарына тәүге эш сәфәре Тәтешле районында башланды.

Иҫке Күрҙем ауылында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү дауам итә. Ул республика Социаль маҡсатлы программалар фонды аша финанслана, хаҡы 94,5 миллион һумға баһалана. Төҙөүселәр объектты 2020 йылдың июлендә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. «БНЗС» тресының 15-се төҙөлөш фирмаһы етәксеһе Әлтәф Хәсәнов Башҡортостан башлығына балалар баҡсаһында физкультура, музыка залдары, медицина, аҙыҡ-түлек блогы буласағын һөйләне. Проект буйынса бында уйын һәм хужалыҡ функциональ зоналары булдырыла. Әле төҙөүселәр диуар һала.

Иҫке Күрҙем ауылының иҫке балалар баҡсаһы 1985 йылда төҙөлгән, хәҙер ул заманса талаптарға яуап бирмәй. Бөгөн 50 бала йөрөй. Иҫке балалар баҡсаһының үҙенең аҙыҡ-түлек блогы бар, унда балаларға урындағы продукттарҙан аш-һыу әҙерләйҙәр. Һөт ризыҡтарын район үҙәгенән, урындағы һөт комбинатынан килтерәләр.

http://www.bashinform.ru/news/1400847-v-sele-staryy-kurdym-tatyshlinskogo-rayona-idet-stroitelstvo-novogo-detsada/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть