Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30 ↑

EUR 69.41 ↓

22 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Мәғариф министрлығында спорт көрәше проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы «Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проектын ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөнө.

Килешеүҙә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Новиков, мәғариф министры Айбулат Хажин һәм «Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы» төбәк спорт йәмәғәт ойошмаһы президенты Борис Беляев ҡатнашты.

Яҡтар мәктәптәрҙә физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу эше барышында спорт көрәше дәрестәрен ойоштороу өсөн шарттарҙы үҫтереү буйынса үҙ-ара эш итергә һөйләшеп килеште. Атап әйткәндә, дөйөм белем биреү ойошмаларында физик культураны һәм спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау; «физик культура» предметын уҡытыуҙы камиллаштырыу өсөн шарттар булдырыу һәм уҡыусыларҙы дәрестән тыш физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу йүнәлешендәге эшмәкәрлеккә йәлеп итеү; спорт өлкәһендә һәләтле балаларға ярҙам күрһәтеү, уҡыусыларҙа сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштыру күҙаллана.

«Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проекты 2019 йылдың сентябрендә 16 дөйөм белем биреү ойошмаһында башланды.    

http://www.bashinform.ru/news/1400227-v-bashkirskom-minobre-podpisali-soglashenie-po-realizatsii-proekta-po-sportivnoy-borbe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть