Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

2 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

2020 йылда рәсәйҙәрҙе нисә ял көнө көтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

2020 йылда рәсәйҙәрҙе һигеҙ ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы көтә. Ошо хаҡта Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәкселегенә һылтанма менән РИА Новости хәбәр итә.

Был байрамдар һәм ял көндәренә тура килгән эшләмәгән көндәрҙе күсереү менән бәйле.

Раҫланған производство календарына ярашлы, ғинуарҙа, февралдә, мартта, апрелдә, майҙа, июндә һәм ноябрҙә ҡайһы бер эш аҙналары ҡыҫҡа була.

«Яңы йыл каникулдарынан һуң 2020 йыл ике көнлөк эш аҙнаһы менән башлана. Киләһе – февраль аҙағында. Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә бәйле февралдә һуңғы эш аҙнаһы дүрт көнлөк: 25-енән 28-енә тиклем», — тип һөйләне Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Иван Шкловец.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө марттың икенсе эш аҙнаһын дүрт көнгә тиклем кәметә. Шулай уҡ Яҙ һәм хеҙмәт көнөн билдәләүгә бәйле 27 апрелдән 30-ына тиклем дүрт эш көнө була.

«Майҙа, 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәрен күсереү сәбәпле, тәүге эш аҙнаһы өс көн: 6 майҙан 8-нә тиклем генә дауам итә. Шуның менән бергә артабанғы аҙнаның да Еңеү көнө уңайынан ҡыҫҡа булыуы көтөлә», — тине Шкловец.

Йәйгеһен 12 июндә Рәсәй көнөн билдәләүгә бәйле бер генә аҙна ҡыҫҡа була.

Көҙ көнө Халыҡтар берҙәмлеге көнө эш аҙнаһын икегә бүлә. 2-3 һәм 5-6 ноябрь – эш көндәре.

http://www.bashinform.ru/news/1399325-v-rostrude-soobshchili-skolko-vykhodnykh-zhdet-rossiyan-v-2020-godu/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть