Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.68 ↓

EUR 68.78 ↑

20 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфө ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында боҙҙоң йоҡа булыуы хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Быйыл ҡыш йылға-күлдәрҙә боҙҙоң ҡалынлығы хәүефле. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре шул хаҡта иҫкәртә һәм һыу ятҡылыҡтары буйлап рейдтарын дауам итә.

Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһында ул 20 сантиметрға етә, ләкин йылға уртаһында ни бары 8 сантиметр. Боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаған осраҡта ғына кеше өсөн хәүефһеҙ һанала.

Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, был балыҡсыларҙы ҡурҡытмай.

Ныҡ туңмаған боҙҙан йөрөү өсөн берҙән-бер хәүефһеҙ техника төрө – һауа мендәрендәге судно. Уның менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярҙамға мохтаждар янына барып етергә мөмкин. Бындай катерҙың максималь тиҙлеге –сәғәтенә 90 саҡрым.

2020 йылдың тәүге көндәрендә һыу ятҡылыҡтарында фажиғәләр теркәлмәгән.

http://www.bashinform.ru/news/1399241-ufimskie-spasateli-preduprezhdayut-lyubiteley-zimney-rybalki-o-tonkom-lde/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть