Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанға һөҙөмтәле эшләгән чиновниктарҙы дәртләндереү өсөн 99 миллион һум бүленә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанға субъекттарҙың башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн федераль ҡаҙнанан 99 миллион һум бюджет-ара трансферт бүленә, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.

Аҡса эштәре субъекттың һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә: иҡтисади блокка, социаль блокка һәм эске сәйәсәт блогы күрһәткестәренә өлгәшергә ярҙам иткән ҡала һәм район хакимиәттәрен дәртләндереүгә йүнәлтелә.

Биш миллиард һум аҡса төбәк башҡарма власть органдарының һөҙөмтәлелек рейтингында 1-71 урынды алған төбәктәр араһында бүленгән. Ҡырым Республикаһы, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы һәм Мәскәү иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.

Бюджет-ара трансферттарҙың минималь күләме 2019 йылда юғары вазифалы кеше һайланып ҡуйылған йәки тәғәйенләнгән Федерация субъекттары өсөн 20 миллион һум тәшкил итә. Ҡалған субъекттар өсөн ул –  40 миллион һум. Трансферттың дөйөм күләме махсус формулалар буйынса билдәләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1391102-bashkiriya-poluchit-99-mln-rubley-na-pooshchrenie-upravlencheskoy-komandy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть