Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Яңы йылдан һуң Өфөнән Волгоградҡа тура рейстар асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2020 йылда Өфөнән Волгоградҡа тура авиарейстар асыла. Герой-ҡаланан Башҡортостандың баш ҡалаһына беренсе самолет 13 ғинуарҙа юллана. Уны Utair авиакомпанияһы дүшәмбе, шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә башҡара. Юлға 2 сәғәт 35 минут ваҡыт китә.

Бер яҡҡа билеттың минималь хаҡы – 3 308 һум. Ошо суммаға пассажир үҙе менән 5 килограмлыҡ ҡул йөгөн алырға мөмкин. 20 килограмлыҡ багаж өсөн тағы 2 499 һум түләргә кәрәк.

Ташыусы киләһе йылда йәнә бер рейс асылыуы тураһында белдерҙе. Мартта Өфөнән Пермгә осорға мөмкин. Юлға 50 минут ваҡыт кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1391256-posle-novogo-goda-iz-ufy-v-volgograd-otkryvayutsya-pryamye-reysy/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть