Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Лиза Алерт» отряды етәксеһе Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса совет составына инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Олеся Пышкина Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет составына инде. Республика башлығының Кеше хоҡуҡтары буйынса совет составын үҙгәртеү тураһындағы указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

Олеся Пышкина «Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡрыу отрядының — юғалған кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнгән ирекмәндәр берекмәһенең республика бүлексәһен етәкләй.

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет 2019 йылдың сентябрендә Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән булдырылған. Уның составында 35 кеше — йәмәғәт эшмәкәрҙәре, юристар, журналистар, блогерҙар, фән докторҙары.

http://www.bashinform.ru/news/1391184-v-sostav-soveta-po-pravam-cheloveka-bashkirii-voshla-rukovoditel-otryada-liza-alert/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть