Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тапшырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

12 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға тәүге гранттар тапшырҙы.

600 мең һумлыҡ грант 2019 йылдың июлендә йәш, перспективалы ауыл уҡтыусыларына булышлыҡ итеү өсөн булдырылған. 2020 йылда гранттар һанын 150-гә тиклем арттырыу күҙаллана. Шулай уҡ Радий Хәбиров мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәрен республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне.

«Һеҙ республика, беҙҙең балалар өсөн бик күп эш башҡараһығыҙ. Яңы объекттар төҙөү, мәктәптәрҙә яңы технологиялар индереү буйынса пландарыбыҙ ҙур, — тине республика етәксеһе. — 2020 йылдың февралендә уҡытыусылар берләшмәһе менән мәғариф системаһынының артабанғы үҫешен тикшерергә тәҡдим итәм. Ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеүгә килгәндә, уны дауам итербеҙ. Кәрәк булған осраҡта, ауылдарыбыҙҙа йәш уҡытыусылар эшләһен өсөн гранттар һанын арттырырға әҙербеҙ».

Белешмә

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән йыл һайын конкурс нигеҙендә 100 грант тапшырыу ҡаралған. Уға ауыл ерендәге дөйөм белем биреү ойошмаларында ике йылдан ашыуыраҡ эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итә ала. Халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш. Уҡытыусыларҙы муниципаль райондарҙың дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф менән идара итеү органдары күрһәтә. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Башҡортостан Республикаһының  Мәғариф һәм фән министрлығында ҡабул ителә. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1390992-radiy-khabirov-vruchil-granty-molodym-selskim-uchitelyam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть