Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон ойошторола. Тура эфир иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Программала — яратҡан алып барыусылар, көтөлмәгән ҡунаҡтар һәм сағыу милли кейемдәр, «Мега» сауҙа-күңел асыу комплексында республика байрамынан тура тоташтырыу, тип хәбәр иттеләр каналдың матбуғат хеҙмәтенән.

Көн дауамында «Тамыр» балалар студияһы әкиәттәрен ҡарарға, шулай уҡ йәш рәссамдар һәм яҙыусы Мәрйәм Бураҡаевала ҡунаҡта булырға мөмкин, шиғриәт һөйөүселәр «Йөрәк һүҙе» бәйгеһенең телевизион версияһында һүҙ донъяһына сумыр.

Башҡорт музыкаһы яратыусыларҙы «Башҡорт йыры»н башҡарыусылар менән осрашыу көтә, улар менән бергә «Башҡортса караоке» ла йырларға мөмкин.

Телемарафонды тура эфирҙа «Бәйләнештә» Башҡортостан юлдаш телеканалы төркөмөндә, YouTube каналында һәм башҡорт телендәге яңылыҡтар редакцияһы Инстаграмында ла ҡарарға була.

Башҡорт теле көнөнөң тулы программаһы бында.

http://www.bashinform.ru/news/1390847-v-ufe-v-den-bashkirskogo-yazyka-na-telekanale-bst-proydet-telemarafon/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть