Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Марсель Сәлимов һәм «Илһам» театры Германияла де Ришелье исемендәге конкурс лауреаттары булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Де Ришелье исемендәге Халыҡ-ара әҙәби-художество конкурсы йомғаҡтары буйынса башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов һәм Мәскәүҙең «Илһам» халыҡ театры актерҙары Руслан Борников, Дарья Шаталина, Марсель Усманов, Альберт Әхмәтханов «Бриллиантовый Дюк» дипломына эйә булды. Режиссер Мәҙинә Илһамова етәкселегендәге ижади төркөм яҙыусының скетчтарын сәхнәләштергән өсөн «Театр сәнғәте» номинацияһында бүләкләнде.

Конкурс Германияла «Freundschaft-Brücke «GLORIA» ассоциацияһы ҡарамағында теркәлгән. Уның инициаторы һәм президенты Елена Ананьева – яҙыусы, журналист һәм сәнғәт белгесе, халыҡ-ара ижади проекттар кураторы, Одессала тыуып үҫкән, хәҙер Франкфурттағы Майн ҡалаһында йәшәй  (Германия).

Михаил Жванецкий, Эммануил Виторган, Юрий Кузнецов, Лариса Кадочникова кеүек бөтә донъяла билдәле яҙыусылар, журналистар, рәссамдар, артистар, «Маски-шоу» театры төрлө йылдарҙа лауреат исеменә лайыҡ булды. Быйыл конкурста донъяның 22 иленән 8 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Буяу һәм ҡәләм, фотоаппарат һәм кинокамера оҫталары, проекттың «Ҡотҡар һәм һаҡла» лозунгын төп урынға ҡуйып, конкурсҡа төрлө жанрҙағы йөҙҙәрсә әҫәр тәҡдим итте. «Театр сәнғәте» номинацияһында, башҡорт лауреаттарынан тыш, Украина, Германия, Австрия һәм АҠШ-тан килгән сәхнә әҫәрҙәре авторҙары һәм артистар еңеү яуланы.

«Һуңғы йылдарҙа мин Мәскәүҙең Мәҙинә Илһамова етәкселегендәге «Илһам» башҡорт халыҡ театры актерҙары менән дуҫлашып киттем. Улар баш ҡалала минең ижад кисәләремдә ҡатнаша. Уларҙың Мәскәү милләттәр йортондағы сығышы тамашасыларға һәм миңә лә бик оҡшаны. Профессиональ артистар кеүек уйнанылар! Лайыҡлы рәүештә халыҡ-ара конкурс лауреаттары исемен алдылар. Уларҙың 13 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй халыҡ ижады йортонда буласаҡ ижад кисәһенә саҡырыуҙы ихлас ҡабул иттем», – тине Марсель Сәлимов.

http://www.bashinform.ru/news/1390693-marsel-salimov-i-teatr-ilgam-stali-laureatami-konursa-imeni-de-rishele-v-germanii/        

Теги: премиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть