Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан мәктәптәрендә «Үргә ос!» проекты ярҙамында стоматология кабинеттары асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш йәйелдерелде.

«Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре асыла, — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. — Уҡыусылары аҙыраҡ булған мәктәптәрҙе теш табибы поликлиникала ҡабул итә».

Дөйөм алғанда, республикала 61 мәктәп стоматология бүлмәһен асыу күҙаллана.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостандың 56 мәктәбендә стоматология кабинеттары өсөн бүленгән биналарҙы ремонтлау тамамланған. Стоматология бүлмәләрен йыһазландырыу өсөн ҡорамал әлегә 41 мәктәпкә ҡуйылған. Ҡалған 20 мәктәпкә ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ҡорамал ҡуйыу күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1390626-v-shkolakh-bashkirii-otkryvayutsya-stomatologicheskie-kabinety-blagodarya-proektu-vzletay-/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть