Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

12 декабрҙә Рәсәй Конституция көнөн билдәләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кесаҙна, 12 декабрҙә, Рәсәйҙә Конституция көнөн билдәләйҙәр. Илдең төп хоҡуҡи байрамы рәсми рәүештә 1993 йылдан билдәләнә. Бөтә закондар сығарыу системаһы ошо документ нигеҙендә төҙөлә. Ил президенты Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ҡулын һалып ант бирә.

«Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкәләтен башҡарғанда кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, иркен ихтирам итергә һәм һаҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үтәргә һәм яҡларға, дәүләт суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон, именлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡларға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә ант бирәм».

2005 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ял көнө булды.

Бөгөн Өфөлә Рәсәй президентының ҡабул итеү бүлмәләрендә халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Паспорт менән көндөҙгө 12-нән киске 8-гә тиклем сират буйынса индерәләр. Адресы: Цюрупа урамы, 100. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-800-200-23-16, 8 (347) 229-74-75.

http://www.bashinform.ru/news/1390609-12-dekabrya-rossiya-otmechaet-den-konstitutsii-/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть