Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала 600 мең һум алырға тейешле йөҙ ауыл уҡытыусыһының исеме билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған йәш ауыл уҡытыусыларының исемдәре билдәле.

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Конкурста ҡатнашыуға 190 уҡытыусы ғариза биргән. Был конкурста Рәсәй Федерацияһы гражданы булып торған һәм республикала даими йәшәгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала.

Грант алған мәлгә дәғүәселәрҙең ауыл мәктәбендә ике йылдан ашыу педагогик стажы һәм бер тариф ставкаһынан кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе булырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта ауылда халыҡ һаны 10 мең кешенән артмауы зарур. Грантҡа дәғүә итеүселәрҙе мәктәптәр һәм район мәғариф бүлектәре күрһәтә.

Грант алған уҡытыусылар мәктәптә 10 йылдан ашыу эшләргә йәки хеҙмәт килешеүен өҙгәндә гранттың суммаһын кире ҡайтарырға бурыслы.

Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттарҙы йыл һайын тапшырыу ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1390412-stali-izvestny-imena-sta-selskikh-uchiteley-bashkirii-kotorye-poluchat-600-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть