Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө — Белорет — Магнитогорск юлы федераль милеккә күсеүе мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика ҡарамағында булған Өфө — Белорет — Магнитогорск юлы федераль милеккә күсеүе мөмкин. Был хаҡта «Коммерсантъ-Башкортостан» Урал буйы юл идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтовҡа һылтанма менән хәбәр итә.

Уның һүҙҙәренсә, Федераль юл агентлығында күсереүҙе раҫлағандар, ләкин документтарҙы рәсмиләштереүгә бер нисә йыл кәрәк булыуы ихтимал – яҡынса 2025 йылға тиклем.

Трассаның оҙонлоғо 350 саҡрым тәшкил итә. Әлеге ваҡытта Өфө — аэропорт юлының 9 саҡрымын Федераль юл агентлығына тапшырыу рәсмиләштерелә. Орск – Ырымбур юлы ла Рәсәй Федерацияһы милкенә тапшырыла.

Әле Башҡортостанда федераль юл селтәре 785 саҡрым иҫәпләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1390359-trassa-ufa-beloretsk-magnitogorsk-mozhet-pereyti-v-federalnuyu-sobstvennost/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть