Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм буран хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 11 декабрҙән 12-нә тиклем республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә ҡар, урыны менән буран, юлдарҙа көрт, көньяҡта – бер аҙ ҡар. Көндөҙ бер аҙ ҡар, урыны менән буран. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 9-14 метр, урыны менән секундына 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2,-7, урыны менән -7,-12.

Автомобиль юлдарында урыны менән көрт һалыуы көтөлә, ҡарҙа, буранда 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

http://www.bashinform.ru/news/1390333-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-o-silnykh-poryvakh-vetra-i-meteli/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть