Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән, тип хәбәр иттеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының төбәктәр менән селектор кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса. 2019-2024 йылдарға йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу буйынса федераль проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Илдә Башҡортостандан тыш, Мәскәү өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайы ғына ошондай һөҙөмтәләргә эйә, тип билдәләнеләр ведомствола. Ошо өс төбәктә бынан алдағы йылдарҙың халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү программалары тамамланыуға бара.

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, республикала беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу барышында (2019-2020 йылдар) 666 кеше йәшәгән 8377 квадрат метрлыҡ 206 бинаны күсереү күҙаллана.

Программаның тәүге этабында Өфө, Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондары ҡатнаша. Барлыҡ муниципалитетарҙа 8229 квадрат метрлыҡ майҙандан 656 кешене күсереү өсөн 203 бина һатып алыуға дөйөм суммаһы яҡынса 314,66 миллион һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлгән. Шуның 275 миллион һумы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды, 5,61 миллионы – республика бюджеты аҡсаһы.

Иҫке фондтан күсерелгән һәр кемгә уртаса 12,5 квадрат метр тура килә. Бер кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 479,66 мең бүленә.

Авариялы фондты күсереү «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» федераль проекты, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға адресы программалары сиктәрендә бойомға ашырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1390227-v-bashkirii-98-snosimogo-zhilya-obespecheno-kontraktami-na-stroitelstvo-novykh-domov/                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть