Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.80 ↓

EUR 68.29 ↑

25 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һөнәрселәре Мәскәүҙә «Ладья. Ҡышҡы әкиәт» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың һөнәрселек палатаһы Өфөлә «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһендә ҡатнашҡан ижади коллективтарға рәхмәт белдерҙе. Өфөнөң керамистар клубынан ун оҫтанан торған татыу коллектив ошондай ҙур күргәҙмәлә тәүге тапҡыр ҡатнашты. Билдәле скульптор Ләлә Ғәлиеваның фарфор биҙәүестәре лайыҡлы баһаланды, һыуытҡысҡа ҡуйырға магниттар эшләгән профессиональ рәссам Ренат Юнысов «Йыл һөнәрсеһе» конкурсында «Автор сувенирҙарының иң яҡшы дизайнеры» тип танылды.

Палата балалар ижады йорттары, профилле уҡыу йорттары уҡытыусыларына балаларҙы тыуған төйәктең мәҙәниәтенә ылыҡтырыуҙа, биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә һәм һөнәрселек өлкәһендә яңы ижади оҫталыҡҡа өйрәтеүҙә булышлыҡ иткәне өсөн айырым рәхмәт белдерҙе.

Һөнәрселек палатаһында билдәләүҙәренсә, «Йәш һөнәрсе» конкурсы яңы исемдәр асты, улар иҫәбендә – Бөрөнән Дмитрий Макеров, Өфө районынан Софья Русинова һәм Анастасия Захарова, Өфөнән Егор Шематонов һәм Ирина Сәйфетдинова.

Еңеүселәр араһынан өлкәндәр ошо көндәрҙә Мәскәүгә юллана, унда «Экспоүҙәк» күргәҙмә комплексында XXVII «Ладья. Ҡышҡы-2019» халыҡ художество кәсептәренең күргәҙмә-йәрминкәһе була. Һуңғы бер нисә йылдағы иң яҡшы эштәр һайлап алынған. Сәфәрҙең координаторҙары – Башҡортостан Республикаһының Һөнәрселек палатаһы һәм Халыҡ художество кәсептәре үҙәге.

Тиҙҙән теләгән һәр кемде хенд-мейдав темаһына ылыҡтырыу буйынса сираттағы проект: оҫталыҡ дәрестәренә яҙылыу һәм «Хыялға юл» проекты сиктәрендә оҙайлы курстар башлана. Был хаҡта уҡытыуға сираттағы грант отҡан Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе барған көндәрҙә иғлан итте.

http://www.bashinform.ru/news/1389979-remeslenniki-bashkirii-primut-uchastie-v-moskovskoy-vystavke-yarmarke-ladya-zimnyaya-skazka-/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть