Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.80 ↓

EUR 68.29 ↑

25 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Октябрь революцияһы урамы йәйәүлеләр өсөн булыуы ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Рушана Ибраева/.

Радий Хәбиров Өфө үҙәгендә йәйәүлеләр урамын булдырыу пландары менән бүлеште. Октябрь революцияһы урамы йәйәүлеләр өсөн булыуы ихтимал.

Әлегә властарҙың урамды яр буйына төшөү юлына әүерелдереү буйынса «эшкәртелмәгән эш версияһы» бар.

«Беҙ бында төҙөлөш менән инергә теләмәйбеҙ, ошо боронғо биналар эшләй башлаһын өсөн унда тәртип урынлаштырырға кәрәк», — тине республика етәксеһе 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ултырышында.

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Эльза Мәүлимшина Өфөлә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау проблемалары хаҡында һөйләне. Ул ҡаланы шартлы рәүештә өс зонаға бүлде: тарихи үҙәк, иҫке Өфө һәм Черниковка. Һәр зона буйынса проблемалар айырыла. Иҫке үҙәк йәһәтенән боронғо биналарҙы реконструкцияларға һәм уларҙы коммерция маҡсатында файҙаланырға әҙер потенциаль инвесторҙар бар. Ҡалала бөтәһе 182 мәҙәни мираҫ объекты асыҡланған.

Радий Хәбиров архитектура яҡлаусыларын хупланы. Республика башлығы һүҙҙәренсә, ул республикаға килгәнсе 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүгә рөхсәт бирелгән.

«Уларҙы кире алыу өсөн нигеҙле ысулдар юҡ. Шуға күрә ҡалала йә унда, йә бында тарихи төҙөлөш урынында күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыға», — тип билдәләне ул.    

http://www.bashinform.ru/news/1389993-v-ufe-vernulis-k-idee-sdelat-ulitsu-oktyabrskoy-revolyutsii-peshekhodnoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть