Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Бәхетле билет» акцияһы башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Бәхетле билет» акцияһы башланды. Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының ҡайһы бер тамашаларына билеттарҙы 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин.

Проектҡа Өфө һәм республика ҡалалары театрҙары, концерт ойошмалары, музейҙары, филармониялары, күргәҙмә залдары ҡушылды.

«Башҡортостанда йәшәүселәргә Яңы йыл алды ығы-зығыһынан бер аҙ арынып, байрам кәйефен тойорға тәҡдим итәбеҙ, — тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығынан. — Мәҙәниәт учреждениелары «Бәхетле билет» шарттарын үҙҙәре билдәләй, бөтә мәғлүмәт уларҙың рәсми сайттарында баҫыла».

http://www.bashinform.ru/news/1389573-v-bashkirii-zapustili-respublikanskuyu-aktsiyu-schastlivyy-bilet/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть