Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Яңы йыл каникулдары 8 көн дауам итә – Хеҙмәт министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора, тип иҫкә төшөрә республиканың Хеҙмәт министрлығы.

2020 йылда 4 һәм 5 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә 4 ғинуарҙағы ял көнө – 4 майға, 5 ғинуарҙағыһы  5 майға күсерелә.

2019 йылдың 31 декабрендә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шулай итеп, биш һәм алты көнлөк эш аҙналарында 2020 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуары ял һәм байрам көндәре булып тора.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

http://www.bashinform.ru/news/1389692-novogodnie-kanikuly-prodlyatsya-8-dney-mintrud-bashkirii-/          

Теги: Яңы йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть