Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: «Ҡуштау эшкәртелә»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан шихандарының береһе Ҡуштау эшкәртелә. Республика башлығы Радий Хәбиров 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

«Меңдәрсә кешене эшһеҙ ҡалдырыуға бер ҡасан да ризалыҡ бирмәм. Мине һындырырға, ҡулдарымды борорға, журналистарҙы һәм милләтселәрҙе һатып алырға маташыу файҙаһыҙ. Быны бер компанияны баҙарҙан сығарып ташлап, үҙҙәренекен ҡуйырға теләгәндәр эшләргә теләй. Өҫтәүенә улар тәбиғәт байлығы менән Ҡуштауҙан бер ҙә ҡалышмаған биләмәгә инерҙәр ине. Стәрлетамаҡ тағы бер нисә йыл, ғәфү итегеҙ, ыштанһыҙ ултырыр ине!  Урындағы халыҡтың фекерен даими өйрәнәбеҙ. Уларҙың һәр береһе сода производствоһының күп йылдар буйына тик тороуы ҡала өсөн нимәгә әүереләсәген яҡшы аңлай. Ә баҫым яһарға тырышыусыларға хоҡуҡи баһа бирелер», — тине Хәбиров.
    

http://www.bashinform.ru/news/1389429-radiy-khabirov-kushtau-budet-razrabatyvatsya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть