Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Хәбиров: «Төп бәләбеҙ тарҡаулыҡ ине, беҙ берҙәмлеккә аҙым яһаныҡ»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Тарҡаулыҡ, берҙәмлектең булмауы Башҡортостандың төп проблемаһы ине, ләкин бөгөн йәмғиәттең берләшә башлауы күҙәтелә. Республика башлығы Радий Хәбиров 10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

«Бер йыл элек, республикаға ҡайтҡас, хәлде баһалай башланым һәм беҙҙең проблемаларҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, медицинала йәки мәғарифта түгеллеген аңланым. Хәйер, унда ла барыһы ла идеалдан ныҡ йыраҡ, — тине ул. — Ата-бабаларыбыҙ һәр ваҡыт барыһын да күмәкләп хәл итергә ғәҙәтләнһә лә, мин идара итеү вертикалендә, айырым коллективтарҙа берҙәмлекте күрмәнем. Дөйөм алғанда, йәмғиәттә. Ниндәйҙер аҡланмаған өмөтһөҙлөк, үҙ көсөңә, республиканың перспективаларына ышанмау булды һәм әле лә ҡайҙалыр бар. Бөтәһе лә икенсе ҡалалар һәм илдәр тураһында һоҡланып һөйләне. Ә үҙебеҙ хаҡында ниндәйҙер өмөтһөҙ төбәк тигән фекер йәшәне. Шуға күрә беренсе көндән үк мин үҙемдең идара итеү командам алдына амбициялы маҡсаттар ҡуйҙым. Ул саҡта күп кенә коллегаларым бының хәүефле, өлгәшә алырлыҡ планка ҡуйыу яҡшыраҡ булыуын әйтте һәм әле лә әйтәләр. Аҙаҡтан «героик хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары» тураһында матур итеп отчет бирергә мөмкин булһын өсөн. Ләкин мин бер ҡасан да улай эшләмәнем. Коллегаларыма ла улай эшләргә мөмкинлек бирмәм».

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, тотош республикаға «ҡуҙғытыуһыҙ» берҙәм булырға өйрәнергә тура килде.

«Былтырғы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған көндәрҙә Сибайҙа карьер яна башланы. Бәләкәй ҡала ошо проблеманы яңғыҙы ғына хәл итә алмаҫ ине. Беҙ күмәкләп шунда йүнәлдек. Хәтерләйһегеҙҙер, элек беҙҙә өмә була торғайны. Күршеләр бергә йыйылып, бер-береһенә ярҙамлаша ине. Төрлө ведомстволарҙың йөҙҙәрсә белгесе ашығыс рәүештә Сибайға ебәрелде... Сибайҙағы хәл, ысынлап та, күп йәһәттән беҙҙе берләштерҙе. Благовещенда булған авария ваҡытында бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, дәррәү эш иттек. Һанаулы сәғәттәр эсендә башҡа ҡалаларҙан техника менән йөҙҙәрсә кеше килеп етте. Эсәр һыуҙың бысраныуына бөтөнләй юл ҡуйылманы», —  тине Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1389347-khabirov-glavnoy-nashey-bedoy-byla-razobshchyennost-nam-udalos-sdelat-shag-k-konsolidatsii/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть