Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Дүртөйлөнән Вадим Сәлимханов Италияла жокейҙар чемпионатында еңеү яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Италияла Урта һәм Ҡара диңгеҙ илдәренең Атлылар союзы чемпионаты тамамланды. Ул Сицилияның Сиракуза ҡалаһы ипподромында уҙҙы. Башҡортостан жокейы, Дүртөйлөнөң «Арғымаҡ» мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Вадим Сәлимханов Рәсәй командаһы составында ошо халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе булды.

Жокейҙар чемпионаты дүрт сабыштан торҙо. Вадим өй этабында еңеү яуланы, Туниста дүртенсе урынды алды һәм Касабланкала иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Италияның Сиракуза ҡалаһында яҡташыбыҙға Вольтер ҡушаматлы ат эләкте. Дүртенсе этапта балдар суммаһы буйынса сығыш яһау һөҙөмтәһендә Вадим Сәлимханов Рәсәй йыйылмаһын беренсе урынға сығарҙы.

Чемпионатта 12 ил: Франция, Италия, Мальта, Ливия, Марокко, Португалия, Румыния, Сербия, Словения, Тунис, Украина һәм Рәсәй вәкилдәре ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1389103-vadim-salimkhanov-iz-dyurtyuley-vyigral-chempionat-zhokeev-v-italii/    

Теги: ат сабышы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть