Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.80

EUR 68.29

26 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы 31 декабрҙе ял көнө итеү башланғысын хупламай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренең 31 декабрҙе ял көнө итеү башланғысын хупламайҙар. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев парламенттың рәсми позицияһын әйтте. Республикала байрам көндәре исемлеген киңәйтеү төбәк иҡтисадында кире сағылыш табыуы ихтимал, тип иҫәпләй ул.

«Башҡортостанда федераль кимәлдә нығытылғандарҙан тыш, өҫтәмә өс ял көнө билдәләнә: Республика көнө, Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан ғәйете. Ял көндәренең береһен 31 декабргә күсереүгә килгәндә, был идеяның йәшәүгә хоҡуғы бар, ләкин ул башҡарма власть органдары ҡарамағында», — тине Константин Толкачев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ял көндәренең береһен 31 декабргә күсереү йәки был көнгә ял көнө статусын биреү мәсьәләһе тикшерелә. Ҡырымда, Томск, Киров, Псков өлкәләрендә, Ставрополь крайында ял көндәренең береһен ошо датаға күсерергә ҡарар ителде.

http://www.bashinform.ru/news/1389077-gossobranie-bashkirii-ne-podderzhivaet-initsiativu-sdelat-31-dekabrya-vykhodnym-dnem/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть