Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙең ипотекаһын өлөшләтә түләүгә 6 миллиард һум йүнәлтелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәйҙең Министрҙар кабинеты өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ипотеканың бер өлөшөн түләү өсөн өҫтәмә рәүештә 6 миллиард һум бүлә, тип хәбәр итә «Российская газета».

«Ошо маҡсатта ҡаралған миллиард һумға тағы ла өҫтәмә аҡса – 6 миллиард һум бүлергә кәрәк. Был 12 меңләгән ғаиләнең бурысын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тип премьер-министр Дмитрий Медведевтың һүҙҙәрен килтерә баҫма.

Программаның операторы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ай ярымда ғына ипотека кредитының бер өлөшөн түләүгә өс меңдән ашыу ғариза килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ишле ғаиләләргә ярҙам программаһы президент Владимир Путиндың башланғысы менән индерелде. Ул 2019 йылдың 25 сентябренән ғәмәлдә. Өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған йәки тыуырға тейешле ғаиләләр ошо льготанан файҙалана ала. Ипотека түләү өсөн аҡсаның күләме 450 мең һум тәшкил итә. Программа әлегә 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була.

Субсидия алыу өсөн заемсыға ипотека төҙөгән банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ипотека кредитының бер өлөшөн түләү тураһында ғариза менән бергә шәхесте, гражданлыҡты һәм ата-әсәлекте раҫлаған документтар, шулай уҡ торлаҡ йәки шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы һатып алыуға кредит биреү тураһында документтар тапшырыу талап ителә. Документтар комплектын «ДОМ.РФ» ҡарай. Ғариза хупланғас, ул ипотека кредитының бер өлөшөн ваҡытынан алда түләү өсөн банкка аҡса күсерә.

Закон буйынса, аҡса бер тапҡыр, бер ипотека кредитына ғына бүленә һәм дәүләт ярҙамын алғандан һуң балалар тыуғанына ҡарамай.

Балалы ғаиләләргә түбән ставка буйынса кредит алыу тураһында тулыраҡ бында.

http://www.bashinform.ru/news/1389065-v-rossii-na-chastichnoe-pogashenie-ipoteki-mnogodetnykh-semey-napravyat-6-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть