Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда үҙешмәкәр ҡурайсылар конкурсы 140-ҡа яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың «Тылсымлы ҡурай моңо» асыҡ республика конкурсы уҙҙы.

Конкурста Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ күрше Татарстандан 140-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Гран-приға Баймаҡ районынан Риф Ҡәйепҡолов лайыҡ булды.

«Родина» мәҙәниәт һарайында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы һәм гала-концерт үтте.

Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әпсәләмов хәбәр итеүенсә, конкурсанттар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл бәйгелә республиканың төрлө мөйөштәренән килгән 12 ансамбль оҫталыҡта көс һынашты. Айырыуса Балтас, Баҡалы, Благовещен райондары ҡурайсылары әүҙемлек күрһәтте.

Туймазы районынан конкурста бер юлы өс коллектив ҡатнашты. Серафимовка музыка мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле тәүгә сығыш яһаны. Конкурс быуындар күсәгилешлеген күрһәтә – сығыш яһаусылар араһында балалар менән бер рәттән өлкән быуын вәкилдәре лә бар ине.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев һәм Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин конкурстың иң йәш һәм иң өлкән ҡатнашыусыларын бүләкләне. Иң йәш ҡурайсы – Өфөнән 8 йәшлек Раил Кирәев, иң өлкәне – Баймаҡтан 70 йәшлек Сабирйән Байназаров.

http://www.bashinform.ru/news/1388675-v-bashkortostane-konkurs-samodeyatelnykh-kuraistov-sobral-okolo-140-uchastnikov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть