Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.46 ↓

EUR 68.20 ↑

21 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Инцидент менеджмент» системаһы бер йылда 75 мең мөрәжәғәт ҡабул иткән һәм эшкәрткән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Рәсәйҙә «Инцидент менеджмент» системаһында эшләү буйынса лидерҙар иҫәбенә инә. Рәсәй президенты хакимиәте күҙәтеүендәге автоматлаштырылған мониторинг системаһы республикала 2018 йылдың октябренән индерелде. Система проблемалы һорауҙарҙы асыҡлай һәм уларҙы профилле министрлыҡтарға, ведомстволарға йәки муниципалитеттарға ебәрә. Күпселеккә ҡағылған мөрәжәғәттәргә ул «инцидент» статусын бирә.

«2019 йылдың 1 ғинуарынан 75 меңдән ашыу «инцидент» теркәлгән һәм эшкәртелгән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юлдарҙы тәртиптә тотоуға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, йәмәғәт транспорты эшенә, экологияға, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа ҡағыла», — тип һөйләне республика башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

«Инцидент менеджмент»та эшләү буйынса рейтинг лидерҙары – Стәрлетамаҡ, Сибай, Благовещен, Мәләүез, Туймазы, Иглин һәм Өфө райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы.

http://www.bashinform.ru/news/1388871-v-bashkirii-sistema-intsident-menedzhment-za-god-prinyala-i-obrabotala-75-tysyach-obrashcheniy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть