Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Камил Буҙыҡаев «Башинформ»ға ни өсөн үҙенең тәүге эштәрен комментарийҙар менән күрһәтеүен һөйләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө тарихы музейында билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмә «Мына ҡарале!» тип атала.

Рәссам үҙенең сатирик эштәре, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошо күренештәренә бик тиҙ яуап биреүе һәм хатта ваҡиғаларҙы алдан күрә алыуы менән ҙур популярлыҡ яуланы.

«Был күргәҙмә – йылға йомғаҡ яһау. Календарь йылға түгел, ә Радий Хәбиров республикаға етәкселек итә башлағандан һуң булған иң сағыу ваҡиғаларға, — тине автор «Башинформ» агентлығына. – Эштәремде социаль селтәргә һалһам, күптәр барыһы ла аңлашылмай тип зарлана, шуға күрә тәүге тапҡыр һәр эштең аңлатмаһы бар».

Экспозицияға 40-ҡа яҡын яңы эш ингән. Автор һүрәттәрен ҙур булмаған форматҡа төшөргәс, улар күргәҙмә өсөн махсус рәүештә А3 форматына тиклем ҙурайтылған.

Күргәҙмә Ленин, 72 адресы буйынса 10 декабрҙән 2020 йылдың 10 ғинуарына хәтлем эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1388650-kamil-buzykaev-rasskazal-bashinform-pochemu-vpervye-ego-raboty-pokazhut-s-kommentariyami/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть