Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Яҡташыбыҙ Семён Елистратов Шанхайҙа шорт-трек буйынса Донъя кубогы этабы эстафетаһында еңде

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө спортсыһы Семён Елистратов Шанхайҙа шорт-трек буйынса Донъя кубогы этабы эстафетаһында еңде.

Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылма командаһы 5 000 метр арауыҡ эстафетаһында еңеүсе булды. Даниил Ейбог, Павел Ситников, Семён Елистратов һәм Виктор Ан 7 минут 5,316 секунд һөҙөмтәһе менән еңеү яуланы. Икенсе урында –венгрҙар, Көньяҡ Корея спортсылары өсөнсө урынды алды.

Шулай уҡ Семён Елистратов 1000 метр арауыҡҡа йүгереүҙә өсөнсө булып килде. Ләкин яҡташыбыҙ Көньяҡ Кореянан Пак Чжи Вон менән бәрелешкән өсөн дисквалификация алды. Корея спортсыһы бронза призер булды. Ҡытайҙан Хань Тяньи еңеү яуланы, икенсе урында – Венгрия вәкиле Шаоанг Лю.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Семён Елистратов – 2014 йылда эстафетала олимпия чемпионы, 2018 йылғы Уйындарҙың бронза призеры.

Донъя кубогы этабы тамамланды. Киләһе этап февралдә Дрезденда уҙа.    

http://www.bashinform.ru/news/1388697-ufimets-semyen-elistratov-vyigral-estafetu-na-etape-kubka-mira-po-short-treku-v-shankhae/

Теги: шорт-трек
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть