Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

28 декабрҙә Өфөлә яңы йыл алды сараһы – Ҡыш бабайҙар парады ойошторола.

Был көндә Ленин исемендәге майҙанда өфөләргә Үҙәк ҡала шыршыһын күрһәтәләр һәм байрам программаһын бүләк  итәләр. Сараның иң юғары нөктәһе – Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы уттарын ҡабыҙыу.

Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашыусылар конкурсҡа Өфө учреждениелары, ойошмалары  йәки үҙҙәре исеменән ғариза бирә ала. Ҡыш бабайҙарҙың ейәнсәрҙәре – Ҡарһылыуҙарҙың да ҡатнашыуы  хуплана.

Ғаризалар 18 декабргә тиклем lenokmp@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Ғаризаға Ҡыш бабай йәки Ҡарһылыу костюмын кейеп төшкән фото һалырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 229-04-35 – Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге.

http://www.bashinform.ru/news/1388641-v-ufe-priglashayut-prinyat-uchastie-v-traditsionnom-parade-dedov-morozov/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть