Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.56 ↑

EUR 68.65 ↓

17 ғинуар, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров: Башҡортостан үҙенең геройҙары менән ғорурлана

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Башҡортостан 18 Рәсәй һәм Советтар Союзы Геройын, ике Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын үҙендә ҡабул итә. Беҙҙең өсөн был – ҙур мәртәбә, беҙ бөтә геройҙарыбыҙ менән ғоруланабыҙ, — тине Радий Хәбиров, Ватан Геройҙары көнөнә арналған тантаналы сарала.

«Ватан Геройы – Тыуған илен яҡлағанда ихтыяр көсө, батырлыҡ, илһөйәрлек күрһәткән кеше ул. Улар миллиондарса малайҙарға өлгө булып тора», — тине республика етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә,Башҡортостанда йәшәүселәр Ватаныбыҙҙы яҡлау өсөн күп тапҡыр иңгә-иң терәшкән, республика 278 Советтар Союзы Геройы тәрбиәләп үҫтергән. Улар Бөйөк Ватан һуғышы яланындағы ҡыйыулығы өсөн ошондай юғары исемгә лайыҡ булған.

«Тормошта һәр саҡ ҡаһарманлыҡҡа урын бар, ләкин бөгөн тормошобоҙҙа тик хеҙмәт батырлыҡтары ғына булһа яҡшы булыр ине. Армиябыҙ, илдең оборонаға һәләтлелеген нығытыу ярҙамында тыныс тормошта йәшәй алыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Ә беҙҙең геройҙар бөтәбеҙгә лә сағыу өлгө күрһәтә», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика башлығы Октябрьский, Салауат ҡалалары, Дүртөйлө районы хакимиәттәренә һәм Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге коллективына илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өлкәһендә саралар үткәргән һәм әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Тантаналы сарала ҡатнашыусылар республиканың ижади коллективтары һәм балалар студиялары концертын ҡараны. Улар патриотик һәм фронт йырҙарын башҡарҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1388300-radiy-khabirov-bashkortostan-gorditsya-svoimi-geroyami/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть