Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.56 ↑

EUR 68.65 ↓

17 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республикала федераль бюджет аҡсаһына 40 ауылды – газ, 50-һен һыу менән тәьмин итәләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда 2020 йылда «Ауыл программаларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлай. Ул ағымдағы йылда тамамланған «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһына алмашҡа килә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы яңы программала ҡатнашырға әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Республикала 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һәм 157 саҡрым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш.

Ауыл хужалығы министрлығы 1300-ҙән ашыу ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы субсидияларға, тораҡ пункттарҙы (яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, скверҙар һәм ял зоналары һәм башҡалар) төҙөкләндереү буйынса 150-нән күберәк проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләй, 10-ға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункт төҙөү бурысы тора.

http://www.bashinform.ru/news/1388129-v-bashkirii-na-sredstva-federalnogo-byudzheta-40-sel-obespechat-gazom-50-vodoy/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть