Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.40 ↓

EUR 82.63 ↑

7 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Молния

«Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә икенсе резидент теркәлде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә икенсе резидент — «КВАДРО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте теркәлде. Ул сәғәтенә 2,8 мең тонна үтәләй тегелгән мат етештереүҙе ойошторорға ниәтләй. Проект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,1 миллиард һум тәшкил итә. Һөҙөмтәлә 112 яңы эш урыны булдырылды. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2019-2021 йылдар, тип белдерҙеләр республика Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан — йылдам социаль-иҡтисади биләмәһендә булдырылған эш урындарының дөйөм һаны буйынса өс лидер иҫәбендә. Әле республиканың 36 инвесторы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш резиденттары реестрына индерелгән (16 — Бәләбей ҡалаһы, 14 — Күмертау, 3 — Нефтекама ҡалаһы, 2 — Благовещен ҡалаһы, 1 — Белорет ҡалаһы). Проекттарҙың дөйөм хаҡы — 33 миллиард һум.

http://www.bashinform.ru/news/1388020-na-toser-blagoveshchensk-zaregistrirovan-vtoroy-rezident/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть