Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.56 ↑

EUR 68.65 ↓

17 ғинуар, Йома

Уфа   °

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында имтихандың теоретик өлөшөн үҙгәртергә теләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

ЮХХДИ водитель таныҡлығына имтихандың теоретик өлөшөн үҙгәртә.

«РИА Новости» хәбәр итеүенсә, водитель таныҡлығы алыу өсөн имтиханда теоретик һорауҙар һанын арттырыу, шулай уҡ штраф балдарын алып ташлау күҙ уңында тотола, тип белдерҙе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының имтихан эшмәкәрлеге бүлеге етәксеһе урынбаҫары Николай Гиляков.

Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһында теоретик эштәр — автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү нигеҙҙәренә ҡағылышлы һорауҙар һанын байтаҡҡа арттырырға тәҡдим итәләр. Һәр категорияға айырым имтихан блогы төҙөргә кәрәк, тип билдәләне Николай Гиляков. Уның һүҙҙәренсә, имтиханға психологик нигеҙҙәр һәм медицина тураһында һорауҙар индереү зарур.

Имтихандың теоретик өлөшөнә үҙгәрештәр 2020 йылдың октябренән индерелә. Шулай уҡ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының имтихан эшмәкәрлеге бүлеге етәксеһе урынбаҫары имтихандар үткәреү маршруттарының үҙгәрәсәген өҫтәне. Имтихан алыусының хәрәкәт барышында йүнәлеште үҙе һайлауы ихтимал.

http://www.bashinform.ru/news/1387955-v-gibdd-khotyat-izmenit-teoreticheskuyu-chast-ekzamena-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть