Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.56 ↑

EUR 68.65 ↓

17 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Башинформ» лонгриды — «Хәүефһеҙлек һыҙаты» бөтә Рәсәй медиаконкурсы еңеүсеһе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Башинформ» берләшкән редакцияһының шеф-мөхәррире Артём Вәлиевтың «Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре һәм уларҙы булдырмау» лонгриды «Хәүефһеҙлек һыҙаты» икенсе бөтә Рәсәй медиаконкурсының «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһы буйынса иң яҡшы журналист эше» номинацияһында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында уҙҙы. Награданы Рәсәй Эске эштәр министрлығы баш идаралығының Мәскәү буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Юрий Дроганов һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары Роман Серебряный тапшырҙы.

«Йыл башынан Башҡортостанда юлдарҙа үлем осраҡтарын 17% кәметеү иҫәбенә 100-гә яҡын ғүмер ҡотҡарылған. Был Башҡортостан башлығының, ЮХХДИ органдарының, юл эшселәренең һәм, бер ни тиклем, беҙҙең – журналистарҙың дөйөм хеҙмәте. Әгәр ошо ғүмерҙәрҙең береһе генә булһа ла киң мәғлүмәт сараларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау иҫәбенә ҡотҡарылған икән, тимәк, мин һөнәремде дөрөҫ һайлағанмын. Артабан да бергә кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу йүнәлешендә эшләрбеҙ. Киң мәғлүмәт сараларында юлдарҙа хәүефһеҙлекте пропагандалау потенциалы бар әле тип иҫәпләйем», — тине Артём Вәлиев Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында.

Икенсе медиаконкурс Рәсәйҙең ЮХХДИ, Йәмәғәт палатаһы һәм Журналистар союзы булышлығында уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1387802-longrid-bashinforma-pobeditel-vserossiyskogo-mediakonkursa-polosa-bezopasnosti/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть