Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.56 ↑

EUR 68.65 ↓

17 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республиканың Йәмәғәт палатаһы журналистар конкурсы еңеүселәрен иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы киң мәғлүмәт саралары араһында уҙғарылған граждандар йәмғиәтен формалаштырыу һәм үҫтереү проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыу буйынса республика конкурсына йомғаҡ яһаны. Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, конкурсҡа Өфө, Яңауыл, Салауат, Ағиҙел ҡалалары, Әлшәй, Әбйәлил, Баймаҡ, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Мәсетле һәм Нуриман райондары журналистарынан 75 ғариза килгән. Комиссия шуларҙан 13 еңеүсене һайлап алған.

«Йәмәғәтсе — булмыш» номинацияһында урындар түбәндәгесә билдәләнде:

I урын — Әлфиә Әғлиуллина, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы;

II урын — «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһы;

II урын  — Гүзәл Ибраһимова, «Аргументы и Факты — Башкортостан» гәзите.

«Шәфҡәт күрһәтеүселәр» номинацияһында:

I урын — Людмила Кашапова, «Молодежная газета» (мәҡәләләр серияһы);

II урын — «Панорама» гәзите редакцияһы, Благовещен районы;

III урын — Раушания Рәхимова, «Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы».

«Граждандар башланғысы» номинацияһында иң яҡшылар:

I урын — Татьяна Майорова, «МКСЕТ» селтәр матбуғаты;

II урын — Минзәлә Асҡарова, «МКСЕТ» селтәр матбуғаты;

II урын — «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы;

III урын — Әбйәлил районының «Әбйәлил» ижтимағи-сәйәси гәзите.

«Тормошто яҡшыға үҙгәртеү» номинацияһында призерҙар иҫәбендә:

I урын — Евгений Романов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы;

II урын — Юлия Гай,  «Спутник FM» радиоһы;

III урын — Юлия Ниғмәтуллина, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 13 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1387547-obshchestvennaya-palata-bashkirii-nazvala-pobediteley-zhurnalistskogo-konkursa-/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть