Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.40 ↓

EUR 82.63 ↑

7 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда тәүге пикселле шыршы ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда тәүге пикселле шыршы ҡуйылды. Ул Күмертау ҡалаһының Ленин майҙанында тора.

Урындағы халыҡ социаль селтәрҙә шыршының фотолары менән бүлешә. «Бәлки, фотола уның матурлығы бик күренмәйҙер, үҙем барып ҡараманым. Ләкин былтырғыһы миңә нығыраҡ оҡшай ине», «Быйыл шыршы һоҡланғыс, кәйефте күтәрә!», «Шыршылағы һыҙаттар ниңә кәрәк? Кешеләрҙең зауығы юҡ икәнен күренеп тора», «Шәп!», – тип яҙа Күмертауҙа йәшәүселәр.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда Яңы 2020 йылға пикселле шыршылар ҡуйыласағы тураһында хәбәр иткәйне. Иң бейек пикселле шыршы (32 метр) – Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы янында. Ошондай урман ҡупшыҡайҙары Стәрлетамаҡта (24 метр), Октябрьскийҙа (18 метр), Сибайҙа (14 метр), Салауатта (18 метр), Ағиҙелдә (14 метр), Ишембайҙа (18 метр), Күмертауҙа (18 метр) һәм Нефтекамала (18 метр) ла була.

Башҡортостан ҡалаларын юл өҫтөндәге иллюминациялар менән дә биҙәйҙәр. Муниципалитеттарҙа 600-ҙән ашыу балҡып торған арт-объект барлыҡҡа килә.

http://www.bashinform.ru/news/1387545-v-bashkirii-ustanovili-pervuyu-pikselnuyu-yelku/  

Теги: Яңы йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть