Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.40 ↓

EUR 82.63 ↑

7 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Молния

Өфөгә «Башҡортостан саҡыра!» тәүге инвестиция форумына Владимир Познер килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөгә «Башҡортостан саҡыра!» тәүге инвестиция форумына Владимир Познер килә. Билдәле алып барыусы ошо инвестиция форумының пленар сессияһы модераторы ролендә сығыш яһай.

19 декабрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы була, унда төбәктең һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтен формалаштырыу мәсьәләләрен ҡарайҙар.

Форумдың программаһында – Башҡортостанды ирекле инвестициялар биләмәһе итеп күрһәтеү, «Төбәктәргә инвестициялар: үҫеш нөктәләре һәм иң яҡшы тәжрибәләр» пленар ултырышы, дискуссия секциялары эше, уларҙа республиканың иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен ҡарайҙар һәм бизнес өсөн льготалар, өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләйҙәр.

Форум барышында «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвесторҙар клубының беренсе ултырышын үткәреү, уның барышында республикала проекттарын ғәмәлгә ашырған уңышлы инвесторҙар менән йәнле аралашыу ойоштороу күҙаллана.

Тулыраҡ мәғлүмәт форумдың сайтында баҫыла.

Сарала ҡатнашыу һорауҙары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш эшләй: 8-800-250-08-98.

http://www.bashinform.ru/news/1387427-v-ufu-na-pervyy-investitsionnyy-forum-bashkortostan-zovyet-priedet-vladimir-pozner/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть