Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.40 ↓

EUR 82.63 ↑

7 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Молния

Өфөлә Башҡорт театрының 100 йыллығын билдәләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡорт театрының 100 йыллығын билдәләнеләр. Башҡорт опера һәм балет театрында уҙған тантаналы кисәгә бөтә мәҙәни йәмәғәтселек йыйылды. Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрында иһә капиталь ремонт эштәре бара.

Фойела ХХ быуат башындағы ревоюция мөхите булдырылғайны. Ҡыҙылармеецтар, матростар, йәнлек тиреһенән тегелгән пальто кейгән сибәркәйҙәр тамашасылар менән фотоға төштө, бала-саға листовкалар тотоп тегеләй-былай йүгергеләне. Икенсе ҡатта театр оркестры уйнаны. Ике залда Башҡортостандың театр сәнғәте тарихына арналған күргәҙмәләр эшләне.

Республика башлығы Радий Хәбиров театрҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланы.

«Республиканың 100 йыллығы йылында беҙ Башҡортостандың театр сәнғәте флагманы, күп милләтле республикабыҙҙың ғорурлығы булған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының юбилейын билдәләйбеҙ. Бер быуат эсендә бында тиҫтәләрсә һоҡланғыс спектакль сәхнәләштерелгән, улар республиканың ғына түгел, илебеҙҙең театр сәнғәтенең алтын фондына ингән. Һеҙҙең театрҙа арҙаҡлы режиссерҙар, актерҙар һәм рассамдар  хеҙмәт итте һәм әле лә хеҙмәт итә. Бөгөн Башҡорт драма театры – Рәсәйҙә бер быуатлыҡ тарихҡа эйә профессиональ театрҙарҙың береһе — «академия» тигән юғары исемде намыҫ менән йөрөтә. Һеҙ башҡорт халҡының туған телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлайһығыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбиров театр хеҙмәткәрҙәрен ордендар һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне. Илһөйәр Ғәзетдиноваға, Илдар Ғүмәровҡа, Илдар Сәйетовҡа Дуҫлыҡ орденын тапшырҙылар, Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев ордены кавалеры булды. Композитор, театрҙың музыкаль бүлеге мөдире Урал Иҙелбаев һәм актриса Эльвира Юнысова «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» билдәһе менән бүләкләнде. Гөлнара Әмироваға, Ирек Булатовҡа, Алһыу Ғәлинаға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», актер һәм режиссер Фирҙәт Ғариповҡа, актерҙар Римма Ҡаһармановаға, Артур Ҡунаҡбаевҡа, Руслан Хайсаровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова, тегеү цехы етәксеһе Ия Стародумова һәм театр директоры Иршат Фәйзуллин Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булды.

Һуңынан республика башлығы сәхнәлә коллектив менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Башҡортостан хөкүмәте театрҙың 100 йыллығына яңы автобус бүләк итте.

Кисәнең беренсе бүлеге театрҙың мөһим этаптарына — бер быуатлыҡ тарихтың яҡты ла, фажиғәле лә биттәренә бағышланды. Мәрхүмдәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Сағыу дефиле йыйылыусыларға театрҙың абруйлы наградаларын хәтергә төшөрҙө, улар араһында ике «Алтын битлек» тә бар. Театрлаштырылған тамашала театрҙың бөтә труппаһы ҡатнашты.

Икенсе бүлек Гамлеттың «Булырғамы, әллә булмаҫҡамы» монологынан мәңгелек һорау темаһына көлкөлө скетч менән башланды һәм бик күп ҡотлауҙар менән дауам итте. Рәсәй президенты Владимир Путиндың, Мостай Кәрим исемендәге фондтың телеграммалары уҡып ишеттерелде. Ҙур экранда Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың видеоҡотлауы күрһәтелде.

Театр Эрмитажында театрҙың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан донъя күргән китаптың исем туйы уҙҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1387269-v-ufe-otmetili-100-letie-bashkirskogo-teatra-/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть